18 май көнө беҙ ҙә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнаштыҡ! Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары һәм уҡытыусылары менән бер рәттән "Селтәр" фольклор ансамбле ағзалары ла диктант яҙҙы. Ә диктантты Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сибәғәт Рахманғолов яҙҙырҙы. Майҙансыҡта йәмғеһе 30 кеше үҙенең белем кимәлен тикшерә алды.
Был көн, ысынлап та, телебеҙҙе белеүсе һәм яратыусы, уны ихтирам итеүсе һәр кеше өсөн матур байрам булды! Был эште башҡарыусыларға, ойоштороусыларға, диктанттарҙы тикшереүселәргә, дикторҙарға ҙур рәхмәт!

Дополнительная информация