Госуслуги
Проблемы со сдачей экзаменов, поступлением или получением документов?

Бөгөн Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы уҡытыусылары Шәрәфетдинова Г.Х. һәм Иҫәнғолова Ә.Ф. башҡорт теле көнө айҡанлы күркәм осрашыу ойошторҙо.

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнде. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө.

Осрашыуҙа Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Биктимер ҡыҙы Ишембитова, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Шәрип улы Юлтимеров, «Һүҙ ҡәҙере» республика нәфис һүҙ конкурсында III дәрәжәләге диплом, VIII республика"Һүҙ оҫтаһы" конкурсында II дәрәжәләге диплом яулаған актерыбыҙ Ринат Лотфулла улы Ибәтуллин, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре, Журналистар союзы ағзаһы Иҙел Хәмит улы Хәлилов ҡатнашты.

Азат Шәрип улы Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡының телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул йәш быуынға ҡоролтай эшенең төп йүнәлештәренең береһе туған телде, башҡорт телен һаҡлау, уҡытыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тураһында бәйән итте. Ринат Лотфулла улы күңеленә ятҡан шиғырҙы урап үтә алмауы,бик күп әҫәрҙәрҙе яттан белеүен әйтеп китте һәм Башҡортостан халыҡ шағирҙары М. Кәримдең, Ә. Атнабаевтың шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Иҙел Хәмит улы үҙенең яҙған шиғырҙары менән таныштырҙы, ҡурайҙа уйнап осрашыуға йәм өҫтәне. Зөлфиә Биктимер ҡыҙы үҙенең сығышында колледжа үткәрелгән тәрбиәүи саралар тураһында һөйләне.

Студенттар ҡыҙыҡһынып тыңланылар, әүҙем һорауҙар бирҙеләр. Осрашыу студенттарҙа башҡорт теленә ҡарата хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоларын уятыуға булышлыҡ иткәндер, тип ышанабыҙ.

?В Салаватском колледже образования и профессиональных технологий прошло мероприятие, посвящённое ко Дню башкирского языка.
Почётными гостями мероприятия стали: председатель Исполкома курултая башкир города Салават Азат Шарипович Юлтимеров, победитель в республиканском конкурсе эстрадно-разговорного жанра «Художественное слово», VIII республиканского конкурса чтецов «Мастер слова», актер Ринат Лутфуллович Ибатуллин, Заслуженный работник культуры Башкортостана поэт, кураист Идель Хамитович Халилов.

Дополнительная информация